Туймазы районы аша үткән М5 федераль трассаһында юл йөрөү тәртибе үҙгәрҙе. Урында авария булыу сәбәпле, тикшереү алып барыла. Сикләүҙәр көндөҙгө 12-нән 12 сәғәт 30 минутҡа тиклем индерелә, уның оҙайтылыуы ла ихтимал. Автомобиль йөрөтөүселәргә маршрутты алдан билдәләргә кәңәш ителә.





