Йәмәғәт ойошмаһы телефон һәм интернет аша йүнселдәр араһында анкета алыу үткәрә. Фекер белешеү һөҙөмтәһе буйынса айырым район һәм ҡаланың социаль-иҡтисади мөмкинлектәре баһалана, эшҡыуарҙарға ярҙам итеү саралары ҡарала. Проект “Бизнес-ҡоролтай” форумында ҡабул ителгән резолюцияға ярашлы тормошҡа ашырыла.





