Күп ҡатлы йорттарҙа йылытыла торған майҙан квитанцияларҙа арттырып күрһәтелгәнме?

Уҙған айҙарҙа  йылылыҡ өсөн ҙур күләмдәге түләүҙәр килгәндән һуң был проблеманы асыҡлау эше башланды. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса һәр мунициапалитетта эшсе төркөм булдырылды. Улар күп ҡатлы йорттарҙың майҙанын үлсәй һәм ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма күрһәткән һандар менән сағыштыра. Хаталар өҫтөндә эш алып барыусылар ойошторған рейдҡа БСТ каналының ижади төркөмө лә ҡушылды.

Йорттоң техник паспортында күрһәтелгән үлсәмдәр менән квитанцияларҙағыһы тура килмәй. Тимәк, айырма өсөн фатир хужаларынан аҡса түләтелә тигән фекерҙә йорт старостаһы. Бер ай йылыла йәшәгән өсөн 8 мең һумдан ашыу түләргә. Революция урамындағы күп ҡатлы йортта йәшәүсе Андрей Лысенко квитанцияларҙы сағыштыра. 2019 йылда өс мең һумдан ашыу түләнгән. 12 ай урынына 8 ай өсөн бүлгәндә лә бындай сумма килеп сыҡмаҫҡа тейеш, ти фатир хужаһы.

Йорт майҙаны үлсәмдәре тура килмәү мәсьәләһен беҙ күптән идарасы компанияға әйткәйнек инде. Ул ваҡытта иғтибар итеүсе булманы, бәлки, хәҙер осона сығып булыр.

Андрей Лысенко, йорт комитеты ағзаһы

Квитанцияларҙағы ат хаҡы түләй торған майҙандың дөрөҫ күрһәтелмәүенән булыуы мөмкин. Йорттоң майҙаны квитанцияларҙа дөрөҫмө-юҡмы икәнлеген белергә техник инвентаризация бюроһы хеҙмәткәрҙәре саҡырылған. Улар дөйөм ҡулланылыштағы, торлаҡ булмаған майҙандарҙы, хатта подвалды ла ҡалдырмай үлсәй.

Бер ике сантиметр тура килмәүе норма, ә бына ҙур айырма бар икән, был һан фатир хужаларының кеҫәһенә һуға.

Граждандарҙан йылылыҡ өсөн хаҡтың юғары булыуына ялыуҙар килде. Беҙҙең бурыс торлаҡ йорттарҙы 100 проценты менән тикшерергә. Инженер селтәрҙәрҙең торошо, техник паспорт менән квитанцияла яҙылған үлсәмдәрҙе ҡарайбыҙ. Йылылыҡ өсөн хаҡ 42 проценттан да юғары булған осраҡта бигерәк тә.

Олег Котов, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы

Эшсе төркөм Ленин районында күп ҡатлы 13 йортто тикшерә. Бигерәк тә беренсе ҡатында төрлө коммерция  ойошмалары урынлашҡан торлаҡтарға иғтибар бирелә. Мәҫәлән, уҙған аҙнала рейд үткән өс йорттоң береһендә дөйөм ҡулланылыш майҙаны 2100 квадрат метрға артыҡ күрһәтелгән. Тимәк, йортта йәшәүселәрҙән ай һайын 185 мең һум тирәһе аҡса буштан-бушҡа түләтелгән. Был һәр фатирға бер мең һум тура килә тигән һүҙ.  

Майҙан үлсәмдәре тура килмәгән йорттарға яңы техник паспорт эшләтеләсәк. Беҙ был эште сентябргә, киләһе йылытыу миҙгеленә тиклем тамамларға иҫәп тотабыҙ. 

Елена Родина, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты рәйесе, "Берҙәм Рәсәй" партияһының эшсе төркөм етәксеһе 
Башбат

Быға тиклем йылылыҡ өсөн түләү квитанцияһы идарасы компанияларҙан килһә, хәҙер Башҡортостан йылылыҡ таратыусы селтәрҙәр ойошмаһынан. Документтар тапшырғанда хата киткәнме?

Йылылыҡтың йән өшөткөс мәсьәләһе буйынса эш бөтә муниципалитеттарҙа алып барыла. Һәр йортто айырым ҡарағандан һуң һығымта яһаласаҡ. Буталсыҡ йомғаҡты сисә алырҙармы, юҡмы, һорау әлегә асыҡ ҡала.

Фото №1 - Күп ҡатлы йорттарҙа йылытыла торған майҙан квитанцияларҙа арттырып күрһәтелгәнме?

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ