Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 26 мең сиген үтте

Уҙған тәүлектә был исемлеккә тағы ла 160 сирле өҫтәлгән. Бөгөнгә стационарҙарҙа яңы инфекциянан дауаланыусы 326 пациент ҡала. 39 кеше ауыр хәлдә, уларҙың етәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 5633 кеше Ковид-19 вирусына ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә.

Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 158, пандемия башланған осорҙан 19 878 кеше һауыҡҡан. Бер көн эсендә ҡатмарлы сир өс кешенең ғүмерен өҙгән. 

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 26 мең сиген үтте

Гөлдәриә Йосопова.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ