Дыуан районы Мәтәле ауылында һирәк осрай торған күренеш теркәлгән. Голосовтар ғаиләһенең Зорька ҡушаматлы һыйыры бер юлы өс быҙау быҙаулаған. Рекордмсен һыйыр аҫраусы йәш ғаилә менән БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов осрашты.
Өфөлә тыуып үҫкән Иван Голосов бер нисә йыл элек кәләше менән Дыуан районындағы олатаһының өйөнә күсеп килгән. Ҡалалағы кеүек уңайлы шарттар булмаһа ла, йәш ғаилә тормош ауырлыҡтарына зарланмай. Бөгөн улар өйҙәрен мейес менән йылытып, күпләп мал-тыуар аҫрау менән шөғөлләнә. Ошо көндәрҙә һәүкәштәренең береһе хужаларҙы ҡыуандырып, бер юлы өстө быҙаулай. Ғәҙәти булмаған күренеш кемделер аптырата, ә ҡайһы берәүҙәрҙе көнләшергә мәжбүр итә.
Тырыш ғаилә өсөн малдарҙың ҡапыл ишәйеүе көтөлмәгән хәл була. Әммә хужа тиҙ арала үҙен ҡулға алып, быҙауҙарҙың һәр береһе өсөн айырым бүлмә ҡора. Сибек кенә тыуған бөйрәкәйҙәр әле йылы ҡурала үҙҙәрен яҡшы тоя.
Йәш ғаилә үҙҙәре лә өс балаға ғүмер бүләк иткән. Өлкән ҡыҙҙарына дүрт, улдарына өс һәм бәләкәстәренә йәш ярым ғына әле. Хужабикә балаларын да ихлас тәрбиәләй, мал-тыуар ҡарарға ла ваҡыт еткерә.
Бындай күренеш бик һирәк булһа ла, республика өсөн рекорд түгел. Сөнки 2011 йылда Шишмә районында Зойка ҡушаматлы һыйырҙың бер юлы дүртте быҙаулай. Голосовтарға килгәндә, әлеге ваҡытта улар бөйрәкәйҙәрҙәренә ҡушамат һайлай. Йәш ғаилә һыйыр йылының тағы ла ошрндай мөғжизәләргә бай булыуын теләй.
Илдар Байбулатов.




