Ярыш аграр университет нигеҙендә уҙғарылды. Уҡыу йорто команда беренселегендә беренсе урын алды. Университет ректоры Илдар Ғәбитов.
Евразия уйындары барышында 15 төр алыш буйынса ярыштар уҙҙы. Унда Рәсәйҙең 45 төбәгенән 600-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Был бөгөнгә рекорд тип һанала. Пандемияға бәйле сикләүҙәр бөтөрөлгәс, ярыштар тағы ла күләмлерәк уҙыр, тигән фекерҙә Рәсәй хәрби сәнғәт берлегенең Башҡортостан филиалы вице-президенты Александр Соснин.





