Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров “Инвестиция сәғәте” ултырышы уҙғарҙы. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы проекттар ҡаралды. “Бионика” компанияһы директоры Сәлим Шәрипов “БашБалыҡ” заводы проектын тәҡдим итте. Уның буйынса бикре һәм йәйен балыҡтарын үрсетеү, эшкәртеү, төрлө деликатестар етештереү планлаштырыла. Комплекс 5 миллиард 300 миллион һумға баһалана, 120 яңы эш урыны булдырыла. Андрей Назаров проектты хупланы. Хөкүмәт рәйесе әйтеүенсә, республикала балыҡ продукцияһына ихтыяж ҙур. “Беҙ ярҙам итәсәкбеҙ. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә кәрәк”, -тине Андрей Назаров.





