Быға тиклем ошо биләмәлә ағас ҡырҡыуҙары тураһында хәбәр ителде. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, туристар һуҡмағының ике яғынан 200-әр метр биләмәне Белорет районы хакимиәтенә файҙаланыуға тапшырырға мөмкин. Ағас ҡырҡыу Республикала туризм үҫешенә ҡамасауларға тейеш түгел, тине Парламент етәксеһе. Ирәктәш Белорет районында Инйәр һәм Тирлән йылғалары араһында урынлашҡан. Әле унда ағас ҡырҡыу туҡтатылған, яҙын яңы үҫентеләр ултыртыласаҡ.





