Бөгөн Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһында онлайн кәңәшмә үтте. Унда 21 февралдә билдәләнгән Халыҡ-ара туған тел көнөнә әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды. “Ошо датаға бәйле республикала туған телдәрҙә диктант яҙыу тәҡдим ителде”, - тине Ассамблея советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина.





