Көтөлмәгән финансистар ярҙамында Йыланыш ауылында йәшәүселәр ғибәҙәтхананы ремонтларға тотонған.
Әле улар бинанының ҡыйығын һәм фасадын яңыртыуға әҙерлек башлаған. Сиркәүҙең көмбәҙен реконстукциялау менән Трёхгорный ҡалаһы оҫталары шөғөлләнә. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ҡыйыҡты төҙөкләндереүгә генә ике миллион һум самаһы аҡса талап ителә. Руханийҙарҙың бәхетенә изге эшкә крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ла ярҙамға килгән. Улар ҡайһы бер төҙөлөш материалдары килтергән, ә «Янғантау» шифаханаһы бушлай махсус техника менән тәьмин иткән. Ремонт эштәрен май байрамдарына тамамлау бурысы ҡуйылған.
Төҙөкләндерелгән сиркәү киләсәктә «Янғантау» геопаркының тарихы урындарының береһенә әйләнер көтөлә. Әлеге ваҡытта туристарҙы күберәк йәлеп итеү өсөн экотуризмдың яңы төрө һаналған – глэмпинг төҙөү мәсьәләһе хәл ителгән. Был башланғыс республика етәкселегендә лә хуплау тапҡан.
Илдар Байбулатов.




