Бөгөн көндөҙ Ергән ауылының Ленин урамындағы йорттарҙың береһендә янғын сыға. Фажиғә урынына тиҙ арала янғын һүндереүселәр, полиция, табиптар һәм башҡа хеҙмәттәр килә. Шулай уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын лабораторияһы һәм психологтар ебәрелә.
Ҡыҙғанысҡа, утта 5-шәр йәшлек ике малай һәләк була. Уларҙың 9 йәшлек ағалары Салауат ҡалаһы дауаханаһына оҙатылған. Ул һөрөм еҫенә ағыуланған. Балаларҙың 30 йәшлек әсәһе лә әлеге ваҡытта медицина учреждениеһында. Күршеләре әйтеүенсә, ғаилә имен тип һаналған.
Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Урында тәфтиш төркөмө, Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе эшләй. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.




