Төп ставка дөйөм түләнергә тейешле сумманан 70 проценттан да кәм булмаҫҡа, ә гарантияланған килем 10 мең тирәһе генә булырға тейеш түгел.
Был турала Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте. Сенатор Яркий микрорайонындағы полилингваль мәктәбе менән танышты, уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән аралашты.
Полилингваль мәктәптәрҙең статусын закон кимәлендә нығытыу күҙаллана. Был үҙ сиратында финанслауҙың артыуын күҙаллай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бойороғона ярашлы, 2024 йылға тиклем полилингваль мәктәптәрҙе арттырыу планлаштырыла. Заманса мәғариф усаҡтары 10 ҡала һәм 5 район үҙәгендә асыласаҡ. Уларҙың ун берендә интернат та төҙөләсәк.
Әлфинә Килдейәрова.




