Башҡортостанда халҡы күп функциялы үҙәктәрҙә милек хоҡуғын Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә теркәй ала

Был турала Росреестр менән килешеүгә ҡул ҡуйылған. Әгәр ҙә элек республиканан ситтә урынлашҡан объектты теркәү өсөн фәҡәт Кадастр палатаһына ғына мөрәжәғәт итергә кәрәк булһа, хәҙер күп функциялы үҙәк офистарының береһе менән эш итеү ҙә етә. Белгестәр документтарҙы электрон нөсхәлә ҡабул итеп, объект урынлашҡан ер буйынса махсус селтәрҙәр аша Росреестрға  ебәрәсәк.

Күп функциялы үҙәктең бындай мөмкинлек биргән бүлексәләре менән ойошманың сайтында танышырға була. Кадастр иҫәбенә алынып дәүләт хоҡуғы теркәлгәндән һуң, әҙер ҡағыҙҙарҙы күп функциялы үҙәктең документтар тапшырған бүлегендә алырға кәрәк.

Әлиә Сокольникова, Күп функциялы үҙәк учреждениеһының ведомство-ара эш итеү бүлеге етәксеһе 
Фото №1 - Башҡортостанда халҡы күп функциялы үҙәктәрҙә милек хоҡуғын Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә теркәй ала
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ