«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә уҙғарылған сарала гүзәл заттар төрлө өлкә белгестәре менән кәңәшләште, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.
Һаулығыңды һәр ваҡыт күҙәтеп тороуҙо,ваҡытында табиптарға күренергә кәрәклеген һәр кем белә.Әммә күптәре йорт эштәрен ҡалдырып,район үҙәге дауаханаһына барыуға ҡыйынһына.Түбәнге Яйыҡбайҙар ауылға табиптарҙың килеүен ҡыуанып ҡаршы алды.
Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһендә һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл таба алды. Кемгәлер юрист,психолог кәңәше кәрәкһә бәғзеләр косметолог ярҙамында бит ‐ ҡул тиреһен дөрөҫ тәрбиәләргә өйрәнде,парикмахерҙан сәсен ҡупшылата алды.
Ауыл ағинәйҙәре милли аш-һыу өлгөләрен халыҡ иғтибарына сығарҙы. Улар буҙа,талҡан эшләү серҙәре менән бүлеште.
Ҡатын-ҡыҙ бәхетле икән уның ғаиләһе лә бәхетле.Район үҙәгенән йыраҡ ятҡан Түбәнге Яйыҡбайҙың гүзәл заттары бөгөн ысынлап та донъя мәшәҡәттәренән арынып,бер‐береһе менән аралашып,үҙҙәре өсөн генә ҡоролған биләмәлә күңел асыу хоҡуғына эйә булды.
Раушания Рәхимова.




