«Ил тарихында – тыуған ауыл яҙмышы»

Ҡыйғы районында башҡорт тарихы йылына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сараның төп маҡсаттарының береһе – «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашҡан Иҫке Мөхәмәт менән яҡындан таныштырыу. Осрашыуға Өфөнән мәртәбәле ҡунаҡтар, шулай уҡ төньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙең ҡоролтай вәкилдәре саҡырылды.

Ысын дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамына әүерелгән сара ҡунаҡтарҙы милли аш-һыу менән ҡаршы алыуҙан башланды. Конференцияның пленар өлөшө «түңәрәк өҫтәл» форматында үтте. Унда төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының милли кейемендәге биҙәктәрҙең үҙенсәлеге, райондан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү кеүек мәсьәләләр күтәрелде.

Шулай уҡ сығыш яһаусылар Иҫке Мөхәмәт ауылының тарихына ла туҡталды. Улар билдәләүенсә, әле төбәктә 165 йортта 500-гә яҡын кеше йәшәй. Һуңғы йылдарҙа яңы йорттар күпләп төҙөлөүе, йәш ғаиләләрҙең ауылда төпләнеүен күрһәтә.  

«Аҡйондоҙ» ижади коллективы ауыл тарихына арналған тамаша һуңында Ҡыйғы районы вәкилдәре башҡорт тарихы йылы штандартын Салауат районына тапшырҙы. Артабан ул эстафетаны ҡабул иткән төбәк символикаһы менән тулыланып барасаҡ.

Фото №1 - «Ил тарихында – тыуған ауыл яҙмышы»

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ