Яңы акция – «Китапханаға китап бүләк ит»

Башҡортостанда ошо исем аҫтында хәйриә акцияһы дауам итә.

14 февралгә тиклем балаларҙы китап уҡыуға йәлеп итеүгә йүнәлтелгән Бөтә Рәсәй акцияһы ойошторола. Уның маҡсаты - китапханаларҙы яңы әҙәбиәт менән байытыу. Шаҡша ауылының инициатив төркөмө 47-се моделле балалар китапханаһына китаптар һәм ваҡытлы матбуғат баҫмалары бүләк итә.

Быға тиклем бында иң оло китап уҡыусы ханым 28 дана баҫма килтерә. Һәр беребеҙҙең өйөндә яҡшы хәлдә һаҡланған һәм үҙегеҙгә кәрәкмәгән китаптар бар, уларҙы башҡалар ҙа уҡыһын өсөн китапхана фондына бүләк итергә булдыҡ, тине инициатив төркөм вәкилдәре.

Фото №1 - Яңы акция – «Китапханаға китап бүләк ит»

Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ