Был турала Бөрйән районында, Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдинов рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә билдәләнде. Мәҙәниәт объектында эштәр былтыр ноябрҙә тамамланырға тейеш булған, әммә уларҙы пандемия тотҡарлаған. Әле төбәктә эштәр ҡайтанан йәнләнә. «Шүлгәнташ» мәмерйәһе автоном мониторинг системаһы менән йыһазландырыла. Бөрйәндәге «Таш йортта» БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин булып ҡайтты.
Шүлгәнташ музей-ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре Раян Әхмәтйәнов мониторинг системаһы эшмәкәрлеген даими күҙәтеп тора. Үҙенсәлекле ҡоролма мәмерйә эсендәге һауа составы үҙгәреше, дымлылыҡ кимәлен үлсәй. Уларҙың береһе, яңыраҡ табылған дөйә рәсеме эргәһендә ҡуйылған. Тәүтормош кешеләренең ижад өлгөләренә мәмерйә һауаһындағы бәләкәй генә үҙгәреш тә кире йоғонто яһауы ихтимал.
Микроклиматты күҙәтеү ҡоролмаларының эшмәкәрлеге менән Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдинов та яҡындан танышты. Тәүтормош кешеләренең ҡомартҡыларын киләсәк быуындарға еткереү маҡсатында урынлаштырылған ҡиммәтле апппараттар фәнни тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн дә ҡулланыла
Мәмерйәлә әле яңы рәсемдәрҙе эҙләү ҙә дауам итә. Күптән түгел белгестәр таш дәүер рәссамдары бармаҡтары менән төшөргән һүрәттәрҙе тапҡан. Уларҙа башлыса зооморф, йәғни хайуандарҙы хәтерләткән һындарҙы күрергә мөмкин.
Шүлгәнташта фәнни эҙләнеүҙәр йыл әйләнәһенә дауам итә.Әле кешелеккә асылған һүрәттәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеүҙән тыш белгестәр ЮНЕСКО ойошмаһы өсөн мәғлүмәт әҙерләй. Маҡсат Бөрйәндәге таш йортто донъя мәҙәниәте ҡоматҡылары исемлегенә индереү.
Шүлгәнташ тарихи-мәҙәни музей ҡурсаулығының бурысы таш дәүер ҡомартҡыларын, һанлы осорға еткереү. Әле объектта эштәр дауам итә. Рәсми мәғлүмәттән күренеүенсә, бина электр селтәренә тоташтырылған, һыу һуҙылған, биләмәгә асфальт түшәү тамамланған. Әммә эштәр тотҡарлана. Подрядсы ойошма менән килешеү нигеҙендә объект былтыр ноябрь айында сафҡа инергә тейеш булған. Тотҡарлыҡтарҙың сәбәбен, төҙөүселәр пандемияға бәйләй. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдинов бинала башҡарылған эштәр күләме менән яҡындан танышҡандан һуң кәңәшмә үткәрҙе. Уның һөҙөмтәһендә төҙөлөштө тиҙләтеү бурысы ҡуйылды.
«Шүлгәнташ» кешелек бишеге. Мәмерйә Башҡортостан өсөн генә түгел, тотош донъя кимәлендәге мөһим тәбиғәт ҡомартҡыһы. Тирә-яҡ мөхиткә техноген йоғонто артҡан мәлдә тәүтормош кешеләренең ижадын киләһе быуындарға еткереү изге бурыстарҙың береһе.
Рафиҡ Әхмәтшин.




