Комунистар партияһының Башҡортостан бүлексәһенән Мәскәүҙә үтәсәк 18-се съезға делегаттар һайланды

Бөгөн Өфөлә фирҡәнең отчет -һайлау кәңәшмәһе үтте. 27-се йыйылышта үткән миҙгелгә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар билдәләнде. Штабтың әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе - төбәк парламентына вәкилдәрҙе арттырыу- әле партиянан унда 15 кеше. Был йәһәттән фирҡә башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, икенсе урынды биләй.

Партия бүлексәһе төбәктең сәйәси һәм социаль-ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша һәм үҙҙәренең тәҡдимдәрен тормошҡа ашырыуға күп көс һала. Үткән миҙгелдә партия 1341 кеше менән тулыланған. Кәңәшмәлә партия билеттары тапшырылды. Урындарҙағы бүлексәләргә был тәңгәлдә әүҙем эш алып барырға ҡушылды.

Фото №1 - Комунистар партияһының Башҡортостан бүлексәһенән Мәскәүҙә үтәсәк 18-се съезға делегаттар һайланды

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ