Бында уларҙың тиҫтәнән ашыу ауылы урынлашҡан. Уларҙың төп ауылдарының береһе – Киҫәкҡайында 1996 йылда уҡ республикалағы тәүге шәжәрә байрамдарының береһе үткәрелһә, Яңауыл ҡалаһында Уран ырыуы башҡорттары йыйыны уҙҙы.
Ярайһы уҡ тар биләмәлә тығыҙ урынлашҡан был ырыу ауылдары. Революцияға тиклемге административ бүленеш буйынса уларҙың ерҙәре башлыса Беүә йылғаһы буйлап һуҙыла. Һәм улар Башҡортостан сиктәрендәге иң төньяҡ башҡорттар иҫәпләнә. Йыйын ырыу, район тарихы, уның халҡының шәжәрәләре менән танышыуҙан башланды.
Урандарҙың боронғо теле һаҡланған, әммә ул башҡорт теленең бер диалекты, ошо яҡ халҡының әсә теле булараҡ һаҡлауға, яҡлауға мохтаж. Йыйында ырыу вәкилдәре ерле һөйләште һаҡлау, дәүләт башҡорт телендә уҡыу, тарихты өйрәнеү, шәжәрәләрҙе тергеҙеү кеүек көн ҡаҙағына һуҡҡан темаларға һөйләшеү алып барҙы.
Мәҫәлән, уран ырыуы вәкидәренең исемдәре Батша Рәсәй тарихында Ер тураһындағы Килешеүҙәргә, аҙаҡ Башҡортостан Республикаһын төҙөү документтарына һәм башҡа бик күп тарихи ваҡиғаларға ингән. Әммә, ул исемдәр билдәһеҙ ҡала килә. Был йәһәттән улар Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Шайморатовсылар», «Төньяҡ Амурҙарының нәҫелдәре» тигән проекттарҙа ҡатнаша ала.
Беүә йылғаһын быуып 1968 йылда уран башҡорттары ауылының исеме менән Ҡарман һыуһаҡлағысы төҙөлә. Һыу аҫтында урандарҙың Ҡыҙылъяр, Бәҙрәш, Үрҙәк ауылдары тороп ҡала. Уларҙың халҡы Нефтекама, Яңауыл ҡалаларына, Пермь, Свердловск өлкәләренә күсенә. Аҡса, йорт, ғүмер буйы паспортһыҙ йәшәгән халыҡҡа паспорттар вәғәҙә итеп күсерәләр.
Яңауылдар замана технологиялары – интернет аша үҙ ырыуҙаштарын эҙләй. Әлеге ваҡытта «Тартар» төркөмө бар. Башҡортостанда йәшәп, Яңауылдар Башҡортостан Юлдаш телеканалы тапшырыуҙарын ҡарай алмай икән. Был ошо төбәк өсөн хәл ителәһе оло һорау булып тора. Улар донъя кимәлендә билдәле опера йырсыһы, яҡташтары Радик Гәрәевтың иҫтәлеген мәңгеләштереү теләге менән яна. Һәм, ғөмүмән, улар төнъяҡ-көнбайыш башҡорттарының үҫешен тәьмин иткән махсус дәүләт Программаһы кәрәк, тип иҫәпләй. Ул һорауҙар йыйын ҡарарында сағылыш тапты.
Йыйында Уран ырыуы советы ойошторолдо. Совет яҡын арала ырыу гербын һәм гимнын раҫлау эштәренә тотонасаҡ. Ырыуҙар йыйынын Унлар ырыуы ҡабул итте һәм киләһе съезд 19 февралдә Ҡариҙел районында уҙасаҡ.
Рәшиҙә Ишембәтова.




