«Рәсәй саңғы юлы – 2021» ярышы спорт һөйөүселәрҙе бер майҙанға йыйҙы

Сәләмәтлек акцияһы республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында уҙғарыла, ә төп ярыш Өфөләге асыҡ спорт майҙансыҡтарында ойошторолдо. Уларҙың береһе – «Йылғасы» стадионында БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ла булды.

Саңғылар ярышҡа әҙер, күнекмә эшләргә лә старт юлына баҫырға ҡала. Альбина Мусина «Рәсәй саңғы юлы» бәйгеһенә коллегалары менән бергә килә. 18-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре әүҙем һәм сәләмәт тормош яҡлы. Спортҡа һөйөүҙе улар сабыйҙарға ла тәрбиәләй. Өлкән төркөмдә йөрөүсе балалар менән биләмә тирәләй саңғыла йөрөбеҙ, ти тәрбиәселәр.

Әйткәндәй, ҡатнашыусылар араһында уҡыусы, студенттар һәм пенсионерҙар ғына түгел, ә төрлө ойошма вәкилдәре лә булды. Улар иҫәбендә, беҙҙең хеҙмәттәштәр, БСТ каналы хеҙмәткәрҙәре лә көс һынаны.

Ярышта 15 йылдан ашыу һәр саҡ ҡатнашып торабыҙ. Трассаны яҡшы үттек. Дәрт һәм көс өҫтәлде. Барыһын да саңғыға баҫырға саҡырам!

Ирек Сабитов, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының эфир менән тәьмин итеү хеҙмәте телеоператоры

Затон биҫтәһендәге «Йылғасы» стадионына 3 меңгә яҡын ҡатнашыусы килде. Сәләмәт тормош һөйөүселәр өсөн 2021 метр саңғы трассаһы әҙерләнгән. Ярышыусылар күп булыу сәбәпле, улар бер нисә төркөмгә бүленә һәм айырым старттар ойошторола. Иң йәш ҡатнашыусыға ни бары 5 йәш. Аня бәйгелә беренсе тапҡыр көс һынаһа ла, саңғыға 3 йәшендә үк баҫа.

Иң күләмле һәм күмәк саңғы ярышына тиҙҙән дүрт тиҫтә йыл туласаҡ. Сара өлкәндәрҙе һәм үҫеп килгән йәш быуынды даими рәүештә саңғы шыуыуға йәлеп итеү өсөн уҙғарыла.

«Рәсәй саңғыһы юлы» күләмле сара. Ҡатнашыусылар өсөн һалдат бутҡаһы бешерелде. Пандемия артҡа сигенә, беҙ быға бик шатбыҙ һәм спорт менән шөғөлләнергә, төрлө саралар үткәрергә әҙербеҙ.

Радик Ғәлиәхмәтов, Өфөнөң Ленин районы хакимиәтенең физкультура һәм спорт комитеты рәйесе

Бөтә Рәсәй асыҡ саңғы ярышында һәр ҡатнашыусы махсус һан аҫтында сығыш яһай. Шулаҡ уҡ, һәр кемгә башлыҡтар таратыла. Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығынан алдан хәбәр итеүҙәренсә, был юлы төбәктә уҙған йыл менән сағыштырғанда, саңғысылар ике тапҡырға күберәк.

Фото №1 - «Рәсәй саңғы юлы – 2021» ярышы спорт һөйөүселәрҙе бер майҙанға йыйҙы
Башбат

Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ