Өфөлә һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар. “Хәсрәтле әсә” һәйкәле янында яугир-интернационалистар, яуҙа улдарын юғалтҡан ата-әсәләр йыйылды. Сара барышында тынлыҡ минуты ойошторолдо, мемориалға сәскәләр һалынды. Унда республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Яугир-интернационалистар хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Светлана Терёжкина һуғышта улы Владиславты юғалтҡан. Ул “Һуғышта һәләк булған яугирҙар ата-әсәләре” ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе.





