Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус 155 кешелә асыҡланған

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус 155 кешелә асыҡланған
Фото №1 - Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус 155 кешелә асыҡланған

Пандемия башланғандан бирле сирлеләр һаны 26 мең 687-гә етте. Был турала бөгөн хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус 155 кешелә асыҡланған

Республикала ковидҡа ҡаршы Ситуация үҙәге эшен дауам итә. Уның етәксеһе Римма Үтәшева белдереүенсә, үткән аҙнала халыҡтан 2 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән. Күптәрҙе инфекциянан һуң реабилитация үтеү һәм коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыу ҡыҙыҡһындыра. Үҙәк көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Бәйләнеш телефоны: 8(347)-218-19-19. Башҡортостанда 65 йәштән ололар һәм хроник сире булғандар 25 февралгә тиклем изоляция режимын үтәргә тейеш. Республикала битлек тәртибе лә ғәмәлдә ҡала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ