Теүәл ярты быуат элек Шаран районы Наратаҫты ауылында йәшәүсе Ғәлләмовтар ғаилә ҡора. Алтын юбилейҙары менән өлгөлө парҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
Ғаилә башлығы ваҡытында нефтсе һөнәрен үҙләштергән, ә тормош иптәше оҙаҡ йылдар бухгалтер булып эшләгән. Ғәлләмовтарҙың балалары ла үҙҙәре кеүек юғары белемле, ата-әсәләре өсөн өҙөлөп тора. Тормоштан йәм табып донъя көткән оло быуын вәкилдәре һөйөү барлығын үҙ миҫалында иҫбатлап татыу ғүмер кисерә.




