Был турала бөгөн Республика башлығы Хөкүмәт кәңәшмәһендә белдерҙе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ҡеүәтле университеты булдырыу буйынса ҙур фәнни проект киң мөмкинлектәр аса. Кәңәшмәлә шулай уҡ янғын осраҡтарын кәметеү, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы хаҡында һүҙ барҙы. Төп темалар БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.
Ут кеше ғүмерҙәрен дә, йорт-ҡураны ла аямай. Һуңғы осраҡ – Мәләүез районының Ергән ауылындағы янғында ике биш йәшлек бала һәләк була. Статистика мәғлүмәттәре лә күңелһеҙ һандар тураһында һөйләй. Былтырғы ошо осоро менән сағыштырғанда, быйыл янғында үлем осраҡтары күбәйгән. Иң аяныслыһы - утта кескәйҙәрҙең ғүмере өҙөлөүе.
Быйыл һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында үлем күрһәткесен кәметеү-төп маҡсат, тине Радий Хәбиров. Ул Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ленара Ивановаға үткән йылдағы үлем осраҡтары буйынса анализ яһарға һәм күрһәткестәрҙе яҡшыртыу планын әҙерләргә ҡушты. Әлбиттә, был тәңгәлдә коронавирустан вакцинациялау айырым урын биләй. Әле Башҡортостанға 94 мең доза препарат алып ҡайтылған.
Хөкүмәт кәңәшмәһендә милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу тураһында ла һүҙ барҙы. Быйыл ошо маҡсатта 26 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Йыл дауамында был сумманың үҙгәреүе лә мөмкин. Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдинов белдереүенсә, иң мөһиме ваҡытында проект эштәрен тамамлау, контракттар төҙөү һәм аҡсаны һөҙөмтәле итеп файҙаланыу. Пландарға килгәндә, 2 миллион 260 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индереү, 200 километр автомобиль юлын ремонтлау, 130-ға яҡын йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү һәм башҡа мөһим объекттар ҡаралған.
Быйыл Башҡортостандың ике билдәле уҡыу йорто-Башҡорт дәүләт һәм Өфө дәүләт авиация-техник университеттарын берләшеү көтә. Радий Хәбиров белдереүенсә, ҡарар ҡабул ителгән, был ҙур фәнни проект һәм ул киң мөмкинлектәр аса.
Оператив кәңәшмәлә туберкулез менән сирләүселәр өсөн иҫәпләнгән балалар баҡсаһына справкаһы булмаған һау-сәләмәт кескәйҙәрҙең йөрөүе хаҡында ла белдерелде. Республика башлығы был күренеш буйынса тикшереү уҙғарырға ҡушты.
Мәғлүмәттәр иҫбатланған осраҡта мәктәпкәсә учреждениеларҙың мөдирҙәре эштән ебәреләсәк. Салауат районы хакимиәте башлығына ла вазифаһынан бушатылыу хәүефе янай, «Янғантау» шифаханаһы менән бәйләнештәрҙе көйләмәгән осраҡта, әле ике яҡ араһында аңлашылмаусанлыҡ күҙәтелә. Республика башлығы шифахана етәкселегенә пандемия шарттарын лайыҡлы һәм тотороҡло үтеп сыҡҡан өсөн рәхмәт белдерҙе.
Рәмзиә Кәримова




