Ишембайҙа төҙөкләндерелгәндән һуң балалар баҡсаһы эшләй башланы

Ул ҡаланың 4-се мәктәбе эргәһендә өс тиҫтә йыл самаһы элек асылған булған. Ошо ваҡыт эсендә бина бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт күрмәгән.

Бөгөн яңыртылған балалар баҡсаһы үҙенең күптән көтөп алған тәрбиәләнеүселәрен ҡабул итте. Әлеге көндә төркөмгә 18 ҡыҙ һәм малай йөрөй. Ҡыуаныслы ваҡиға уңайынан кескәйҙәр ата-әсәләрен байрам концертты менән һөйөндөрҙө.

Капиталь ремонтҡа килгәндә, төҙөүселәр бер йыл дауамында бинаның ҡыйығын, ишек-тәҙрәләрен яңыртҡан, йылылыҡ системаһын һәм электр үткәргестәрҙе алмаштырған, эске биҙәкләү эштәрен башҡарған. Бүленгән сығымдар заманса компьютер класын асырға ла еткән.   

Фото №1 - Ишембайҙа төҙөкләндерелгәндән һуң балалар баҡсаһы эшләй башланы

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ