Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Ғашиҡтар көнөнә бәйле ойошторған конкурсҡа йомғаҡ яһаны

Финалда 25 пар ҡатнашты. Еңеүселәр иртәнге «Сәләм» тапшырыуы тура эфирында билдәләнде.

Еңеүсе пар сәскә гөлләмәһе һәм баш ҡала ресторандарының береһенә киске табынға саҡырыу менән бүләкләнде. Байрамға Азалия менән Марсель Чанышевтар улдары менән бергә килде. Әйткәндәй, Азалия быйыл Өфөлә үткән Ҡарһылыуҙар парады еңеүсеһе. 

Хәтереҙгә төшөрәбеҙ, романтик флешмоб 1 февраль иғлан ителгәйне. Конкурста теләге булған һәр кем ҡатнашты. Еңеүселәр «Инстаграмм» социаль селтәрендә үҙҙәренең танышыу һәм ҡауышыу тарихын үҙенсәлекле итеп һөйләү оҫталығынан сығып билдәләнде.

Фото №1 - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Ғашиҡтар көнөнә бәйле ойошторған конкурсҡа йомғаҡ яһаны

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ