Илдар Ғимаев иҫтәлегенә хоккей турниры уҙҙы

Бишбүләк районында данлыҡлы яҡташыбыҙ, юридик фәндәр докторы, профессор Илдар Ғимаев иҫтәлегенә хоккей турниры уҙҙы.

Спорт һөйөүселәр араһында 2012 йылдан алып даими ойошторолған сарала өлкәндәр һәм балалар хоккей командалары ҡатнаша. Быйылғы балалар чемпионатында алты район вәкилдәре үҙ көсөн һынап ҡараны. Ярыш  район үҙәгендә, бер юлы ике хоккей майҙансығында барҙы.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, турнир уҙғарыла башлағандан алып хоккей менән ҡыҙыҡһыныусылар артҡан. Бигерәк тә уҡыусылар был ярышты ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Сәмле уйындарҙа айырыуса Илдар Ғимаевтың ауылдаштары - Айыттар алдынғылыҡты бирмәй. Был юлы ла еңеүгә улар лайыҡ булды.

Тренер Азат Сәмиғуллин фекеренсә, хоккей турниры бер яҡтан һау-сәләмәт һәм спортты яратҡан быуын тәрбиәләргә, икенсенән, балаларҙың буш ваҡытын файҙалы итеп уҙғарыуға булышлыҡ итә.

Фото №1 - Илдар Ғимаев иҫтәлегенә хоккей турниры уҙҙы

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ