Ултырышты Премьер-министр Андрей Назаров үткәрҙе. Республикала ҡайһы бер мәктәптәрҙә ашханала бешереү ҡоролмалдары тулыһынса иҫкергән. Мәсьәләне хәл итеү өсөн ашатыуҙы ойошторған компанияларҙы коммуналь түләүҙән бушатырға тәҡдим ителде. Аутсорсер алмашҡа ашхананы яңы ҡорамалдар менән йыһазландырырға тейеш.





