Премьер-министр Андрей Назаров Республика Хөкүмәте ултырышы үткәрҙе. Унда күп ҡатлы йорт төҙөлөшөндә алданған өлөшсөләр мәсьәләһе ҡаралды. Федераль фонд ярҙамында быйыл 31 йорт төҙөлөп бөтөргә йәки фатир хужаларына компенсация түләнергә тейеш, тағы 20 объект буйынса мәсьәләне республика үҙ аллы хәл итә. Былтыр Алданған өлөшсөләр хоҡуғын яҡлау фонды булышлығында 53 күп ҡатлы йорт буйынса ҡарар ҡабул ителгән. Бынан тыш, республика үҙ көсө менән 1 меңдән ашыу кешегә ярҙам күрһәткән.







