Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылында Баяс батыр иҫтәлегенә арналған милли яндан уҡ атыу ярышы үтте. Ул “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. “Бәйгелә республиканың төрлө райондарынан килеп ҡатнаштылар”, - ти Ниғәмәт ауыл биләмә хакимиәте башлығы Булат Тайбугин.






