Өфөлә торлаҡ төҙөлөшөндә аҡса ҡушып алданыусыларҙың тағы бер төркөмө фатирлы була

Өфөлә торлаҡ төҙөлөшөндә аҡса ҡушып алданыусыларҙың тағы бер төркөмө фатирлы була
Фото №1 - Өфөлә торлаҡ төҙөлөшөндә аҡса ҡушып алданыусыларҙың тағы бер төркөмө фатирлы була

"Эрмитаж. Горсовет" комплексының 3-сө секцияһы файҙаланыуға тапшырыла. Бөгөндән фатирҙар бирелә башланы, тантанала вице-премьер Рәйеф Абдрахимов, Өфө  мэры Сергей Греков ҡатнашты. Алдағы ике айҙа 269 кеше фатир асҡыстары ала. Төҙөлөштө"Садовое кольцо" компаниялар төркөмө алып бара. Уҙған йылда өлөшсөләр проблемаһын хәл итеү буйынса федераль фонд менән 6 миллиард 700 миллион һумға килешеү төҙөлдө. Был сумма алдағы ике йылда проблемалы объекттарға йүнәлтелә, тине хөкүмәт рәйесе урынбаҫары. Мэр Сергей Греков әйтеүенсә, Өфөлә 42 проблемалы йорт иҫәпләнә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ