Ошо турала Республика Хөкүмәте ҡарары донъя күрҙе. Документҡа ярашлы, Туймазы районында башҡорт, Балтаста мишәр тарихи-мәҙәни үҙәктәр ойошторола. Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов.
Әле республикала төрлө милләт вәкилдәренең 17 тарихи-мәҙәни үҙәге иҫәпләнә, шулай уҡ башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә 6 башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәк эшләп килә.






