Өфөлә 3 кешенең ғүмерен ҡыйған киң резонанслы авария буйынса суд ҡарары иғлан ителде

Өфөлә 3 кешенең ғүмерен ҡыйған киң резонанслы авария буйынса суд ҡарары иғлан ителде
Фото №1 - Өфөлә 3 кешенең ғүмерен ҡыйған киң резонанслы авария буйынса суд ҡарары иғлан ителде

Эскән килеш руль артына ултырған Эдуард Ғәйнәнов 13 йыл да 1 айға иркенән мәхрүм ителде. Фажиғә былтыр йәйен  Сочи урамында теркәлде. “Тойота Ланд Круизер”  юғары тиҙлектә юлдың ҡаршы һыҙатына сығып “ВАЗ”ды бәрҙерә, тағы ла бер нисә автомобиль зыян күрә. Рәсәй машинаһындағы ике ир-егет урында һәләк була, 1 пассажир дауаханала һәләк була, тағы бер йәш кеше ғәрип ҡала. Ғәйнановҡа иреккә сыҡҡас 3 йыл автомобиль менән идара итеү тыйыла, бынан тыш, 3 миллион ярым һум компенсация ла түләргә бурыслы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ