Йәштәр волейбол лигаһының даими беренселек сиктәрендә баш ҡала клубы Белгородта “Белогорье”ны ике уйында ла 3-кә 2 иҫәбенә отто. Киләһе тур Өфөлә уҙа. “Урал дублерҙары” Ырымбурҙан “Нефтяник-УОР” һәм Кемеровонан “Кузбасс-2” командалары менән икешәр осрашыу үткәрә.





