Яугирҙың батырлығы онотолмай...

Йылайыр районы Йомағужа ауылында Афған халҡының азатлығы өсөн һуғышта башын һалған Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Бөгөн уға 59 йәш тулған булыр ине.

Көслө рухлы, батыр, көләс йөҙлө Рафаэль Ҡолһарин барыһы өсөн мәңге йәш булып ҡалды. Милли көрәште, сәнғәтте үҙ иткән егет хәрби хеҙмәткә алынып, Афғанға оҙатыла. 1981 йылдың 7 июлендә Рафаэль Ҡолһарин яуҙа дошмандың 9 ут нөктәһен юҡ итә, ҡаты яраланып, госпиталдә вафат була.

Яугиргә таҡтаташ Урал аръяғы райондарының «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы ярҙамында асылды. Билдәләргә кәрәк, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар батырҙарса һәләк булған һалдаттар исемен мәңгеләштереү йүнәлешендә маҡсатлы эш алып бара. Йылайыр ерлегендә улар башланғысы менән был – бишенсе иҫтәлекле таҡта.

Рафаэль Ҡолһарин батырлығы – ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Яҡташтары уның хаҡында онотмай, йәш быуын иһә батыр һалдат тураһында белеп үҫә.

Йылайыр егете Рафаэль Ҡолһарин хәрби операция өсөн һәләк булғандан һуң «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены һәм СССР-ҙың Юғары Советының почет грамотаһы менән бүләкләнә. Ғүмерҙәренең һуңғы минуттарына тиклем Тыуған ил алдындағы бурыстарына тоғро ҡалған ғәзиз уландар исеме халҡыбыҙ тарихына мәңгелеккә уйылып яҙылған. 

Фото №1 - Яугирҙың батырлығы онотолмай...

Әлфиә Хәмитова,

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ