Бөгөн был хаҡта «Берҙәм Рәсәй» партияһы Башҡортостан бүлексәһенең киңәйтелгән ултырышында Сергей Греков белдерҙе. Баш ҡала хакимиәте башлығы әйтеүенсә, стелаға урын һайлау интернетта тауыш биреү аша билдәләнгән. Тағы бер вариант- Ленин исемендәге паркта – Зәки Вәлиди урамы менән Ленин урамдары киҫелешкән ерҙә. Әммә тауыш биреүселәрҙең күпселеге иҫтәлекле урынды Черниковка биҫтәһендә булдырыу яҡлы.
Ултырышта шулай уҡ йылылыҡ өсөн түләүҙәр буйынса комиссия эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре ҡаралды. «Берҙәм Рәсәй» ойошторған эшсе төркөм тикшергән күп ҡатлы йорттарҙа һуңғы өс йылда түләү системаһы өйрәнелгән. Өфөнөң Октябрь проспектындағы 65-се йортта ғына, мәҫәлән, өс йыл буйы 7 миллион һумдан ашыу артыҡ аҡса түләтелгән.
Киренән иҫәпләгәндә һәр фатирға 20 мең һумдан да кәм булмаған сумма ҡайтарылырға тейеш. Ошондай тикшереүҙәр республиканың башҡа ҡалаларында ла үткәреләсәк. Йыйылышта депутаттарҙың социаль селтәрҙәрҙә әүҙемлегенә баһа бирелде. Реаль тормоштағы эшмәкәрлекте интернетта ла сағылдырып барыу мөһимлеге билдәләнде.
Рәмилә Исмәғилева.




