Үҙәк хеҙмәткәрҙәре мохтаждарға пособие, документтар юлларға, уларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртырға ярҙам итә. Шулай уҡ учреждениела кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр өсөн психологик ярҙам оҫтаханаһы ойошторолған. БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһы.
Илеш районында йәшәүсе Андрей Искибаев дүрт балаһын яңғыҙ тәрбиәләй, сөнки ҡатыны ташлап сығып киткән. Атай ҡулында ҡалған сабыйҙарҙың өлкәненә -14, иң бәләкәйенә 5 йәш. Төп эше булмаған ир ауылдағы тракторҙарҙы йүнәтеп балаларҙы ашатыр өсөн аҡса тапһа ла, ҙур ғаилә өсөн был бик аҙ. Андрей социаль пособие юллай алмай интегә, сөнки кескәйҙәрҙең әсәһе бәйләнешкә сыҡмай. Юридик ярҙам артынан ул район үҙәгендәге «Ғаилә» хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә.
Әнәс ауылында йәшәүсе Бәҙретдиновтар ҙа «Ғаилә» хеҙмәте ярҙамында йәшәүгә яраҡһыҙ йортто төҙөкләндергән. Йәш ярымлыҡ малай үҫтереүсе ғаилә әле ремонт эштәре менән мәшғүл. Социаль хеҙмәткәрҙәр тырышлығы менән уларға төҙөлөш материалдары һатып алынған, ҡаҙанлыҡ ҙатып алынған.
Ике йыл элек асылған «Ғаилә» үҙәгендә ярҙамға мохтаж граждандар өсөн социаль хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә. Өлкәндәр өсөн консультатив ярҙамдан тыш, кескәйҙәр өсөн ижади оҫтаханалар эшләй.
Ай һайын социаль учреждениела мәктәп уҡыусыларына канцеляр тауарҙар йыйыу буйынса хәйриә акцияһы ойошторола. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә кейем-һалым ебәрергә теләүселәр ҙә үҙәк хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә ала.
Ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙе киҫкен хәлгә еткергәнгә тиклем - иҫкәртеү сараларын үткәреү мөһим тигән фекерҙә социаль хеҙмәткәрҙәр. Учреждениела алып барылған эш һөҙөмтәһендә биш ғаилә айырылышыуҙан баш тартҡан.
Флорида Ким.






