Ауыл тормошона, яҡташтарға хөрмәт менән

Әбйәлил районы Таштимер ауылы биләмәһендә билдәле спортсы Мазһар Алсынбаевтың яҡты иҫтәлегенә арналған ярыштар үтте. Сараның быйыл тап Таштимерҙә үтеүе осраҡлы түгел. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерының тыуған ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсы ҡатнашыусыһы. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Әбйәлилдәр билдәле яҡташтарын хөрмәт менән иҫкә ала. Сараларҙы райондан сығып, республика, хатта халыҡ-ара кимәлдә ойошторорға ла өлгәшә. СССР-ҙың спорт мастеры Мазһар Алсынбаевтың яҡты иҫтәлегенә арналған саңғы ярыштарын тәүҙә мәктәп уҡыусылары, һуңынан, оло йәштәгеләр күтәреп алды.

Мазһар Алсынбаев заманында саңғы ярыштары, биатлон һәм велосипед спорты буйынса уңыш ҡаҙана. Биатлонда яңы быуын спортсыларын тәрбиәләп Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры исеменә лайыҡ була. Мащһар Ситдиҡ улының иҫтәлегенә арналған сараларға килгән халыҡ пневматик мылтыҡтан да, йәйә тартып уҡ атып та мәргәнлеген һынаны. Икенсе майҙансыҡта иһә ауылдаштар урамдарға бүленеп быймаларҙа хоккей уйнаны. Ғаиләләр өсөн дә күңелле старттар ойошторолдо.

Спорт ярыштарынан тыш мәҙәни программа ла ҡаралғайны. Таштимер мәҙәниәт йортонда мәҫәлән, бер юлы бер-нисә тантаналы ваҡиға үтте. Республикала киң билдәлелек алған Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе» миҙалына дүрт гүзәл зат вәкиле лайыҡ булды.

Таштимерҙәр, ғөмүмән, ауылдан сыҡҡан лайыҡлы ул-ҡыҙҙарын онотмай. Һәр кем ҡулынан килгәнсе ауылды тағы ла йәнләндереү өҫтөндә эшләргә тырыша. «Айыҡ ауыл» конкурсында еңеү яулап республика кимәленә сығыуҙары ла шул турала һөйләй.

Сара бүләкләләү тантанаһы менән тамамланды. Спорт байрамында үҙен һынатмаған спортсылар миҙал һәм Маҡтау ҡағыҙҙары, ГТО нормативтарын уңышлы тапшырыусылар махсус билдә менән бүләкләнде.

Фото №1 - Ауыл тормошона, яҡташтарға хөрмәт менән

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ