Сәләх Хөсәйен улы Суҡбаев 1935 йылдың 10 июнендә Өфө районы Нөрлө ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында хеҙмәт юлын башлай. Оҙаҡ йылдар мөхәррир һәм өлкән мөхәррир вазифаларын башҡара, радиола “Иман. Исламдың әхлаҡи ҡиммәттәре” тапшырыуы авторы була. Ул шулай уҡ башҡорт телендә мосолман календарын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Сәләх Суҡбаев Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, СССР-ҙың телевидение һәм радио отличнигы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.





