Октябрь районы суды 64 йәшлек чиновникты өс йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итте. Башҡортостан Прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡаланың Киров районы хакимиәтендә эшләгән ваҡытта түрә кеше вәкәләттәре менән үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып, туғандары һәм таныштарына ер таратҡан. Өфө янында 2 гектар биләмә 26 миллион һумға баһаланған. Суд ҡарары буйынса, рөхсәтһеҙ бирелгән ер кире ҡайтарылған, ә чиновникка ҙур штраф һалынған.





