Рәсәй спорт министрлығы, Рәсәй футбол берлеге, Республика хөкүмәте һәм Башҡортостан футбол федерацияһы араһында футболды үҫтереүҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Республика башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, футбол Башҡортостанда иң популяр спорт төрө булып тора. Әле республикала уның менән 15 меңдән ашыу бала шөғөлләнә, алдағы йылдарҙа уларҙың һанын арттырыу планлаштырыла. Спорт инфструктураһына ла иғтибар кәрәк. Аныҡ эштәр эшләнә. Футбол майҙандары йылдан-йыл арта. Өфөнөң 450 йыллығына универсаль футбол стадионы төҙөү планланлаштырыла. Был килешеү спорт үҫешенә яңы этәргес булырға тейеш, тине Радий Хәбиров.





