Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 5 мең 238 кеше әле ауырыуҙы еңел үткәрә, 255-е дауаханаға һалынған. Һуңғы тәүлектә 257 пациент һауыҡҡан, 4 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып сирҙе йоҡтороусылар һаны 26 мең 900-ҙән артты.





