“Ағиҙел” клубына плей-офф алдынан 4 уйын уҙғараһы ҡалды. Бөгөн һәм иртәгә Өфө ҡыҙҙары үҙ майҙанында Дмитровтан “Торнадо” менән осраша. Артабан баш ҡалаға Ҡытайҙың “КРС Ванке Рэйз” килә. Тап был команда менән беҙҙең хоккейсылар чемпионатта еңеү өсөн көрәшә.





