Унда профилле министрлыҡ-ведомстволар етәкселәре лә, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә ҡатнашты.Йылытыуға хаҡтар бөгөн генә килеп тыуған проблема түгел, тарифтарға бәйле һорауҙар уҙған йыл аҙағынан алып килә. Был мәсьәлә буйынса махсус комиссиялар ойошторолған, һорауҙы Башҡортостан башлығы шәхсән контролдә тота.
Йылытыуға хаҡтар бөгөн генә килеп тыуған проблема түгел, тарифтарға бәйле һорауҙар уҙған йыл аҙағынан алып килә. Был мәсьәлә буйынса махсус комиссиялар ойошторолған, һорауҙы Башҡортостан башлығы шәхсән контролдә тота. Декабрҙә йылылыҡ өсөн 42 проценттан ашыуыраҡ хаҡ менән квитанция алған фатир хужаларына түләүҙәр кире ҡайтарыла башланы.
Хаҡ аҙыраҡ күтәрелгән йорттар буйынса ла тикшереү уҙғарыла, сумманың нигеҙһеҙлеге иҫбатланған осраҡта иҫәпләү яңынан үткәрелә. Әммә бөгөн осрашыуҙа башҡарылған эштәр һәм алда торған маҡсаттар хаҡында тыныс шарттарҙа һөйләшеү мөмкинлеге булманы. Йәмәғәтселәр аныҡ һәм һөҙөмтәле фекер алышыу урынына ғәйепләү – бәхәсләшеүгә өҫтөнлөк бирҙе.
Ә осрашыуға Өфөнән генә түгел, республиканың башҡа төбәктәренән килгәндәр ҙә бар ине. Һөҙөмтәлә уларға үҙ һорауҙары менән һуңынан ҡалып мөрәжәғәт итергә тура килде. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, бында күптәр бары тик эмоцияларын сығарыу өсөн генә килгән, ә аныҡ тәҡдимдәр менән түгел. Шуға ла эксперттар һөйләшеүҙе ҡала кимәлендә түгел, һәр районда айырым ойошторорға кәрәк тип иҫәпләй. Ул ваҡытта проблемаларҙы шәхсән тикшереү һәм хәл итеү юлдарын билдәләү мөмкинлеге асыласаҡ.
Рәмзиә Кәримова.




