Бөрйән районы Иҫке Собханғол дөйөм белем биреү мәктәбендә теш табибы бүлмәһе яңыртылды. «Ҡанатлан» программаһы нигеҙендә башҡарылған эш һөҙөмтәһендә уҡыусыларҙың тештәрен заман талаптары нигеҙендә дауалау мөмкинлеге булдырылды.
10-сы синыф уҡыусыһы Алһыу Әхмәтова тештәренең сәләмәтлегенә яуаплы ҡарай. Стоматологҡа ла даими күренеп тора. Алдан яҙылһаң теш табибы тәнәфес мәлендә лә ҡабул итергә әҙер.
Дауалау ҡорамалдары яңыртылғандан һуң, балалар теш табибына күренеүҙән ҡурҡмай.
Айгөл Алтынбаева 25 йылдан ашыу теш табибы булып эшләй. Стоматология бүлмәләре тәү сиратта балалар өсөн эшләргә тейеш, тигән фекерҙә белгес. Сөнки кариес һәм башҡа сирҙәр кескәйҙәрҙе ярата.
Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарының килеп сығыуы тәү сиратта тештәргә бәйле тигән фекерҙә табиптар. Сәләмәт нәҫел тәрбиәләү өсөн мәсьәләгә бала саҡтан иғтибар бүлеү мөһим. Шуға ла республика мәктәптәрендә стоматология бүлмәләре асыла һәм ҡорамалдар яңыртыла. «Взлетай» программаһы сәләмәт йәш быуын тәрбиәләүгә этәргес бирә.
Рафиҡ Әхмәтшин




