Республика етәксеһенең мәҙәниәтте үҫтереү һәм йәштәр сәйәсәте буйынса кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшин милли эстрадала тулыһынса яңырыу вәғәҙә итә. Был үҙгәрештәрҙе ул «Яңы моң» тип аталған проект менән башҡарырға уйлай. Һәр хәлдә был башланғысҡа ярайһы уҡ ҙур күләмдә аҡса бүленгән. Мәҙәниәт өлкәһендә көтөлгән башҡа яңылыҡтар һәм үткән йыл йомғаҡтары тармаҡ министрлығының коллегия ултырышында бәйән ителде.
Моңло йырҙар, дәртле бейәүҙәр, сағыу костюмдар һәм күҙҙең яуын алырлыҡ сәхнә. Барыһы ла беҙ яратҡанса ғәҙәти тормош кеүек. Ләкин тамаша залында бер кешенең дә булмауы ғына шом уята. Тамашасылар бәйләнештең икенсе осонда. Концерт онлайн форматта үтә. Шығырым тулы залдарға күнеккән артистарға бушлыҡҡа йырлау ауыр һынау. Әммә тамашасыларҙың хәле лә еңелдән түгел.
Башҡортостан мәҙәниәтенең быйылғы хәлен тап ошо концерт менән генә аңлатырға мөмкин. Барлыҡ күләмле саралар сикле мәлдә артистар виртуаль киңлектәргә күсте. Онлайн концерттар, минималь тамашасы менән спектаклдәр. Эстрада ирекмәндәр отрядына әйләнде. Яңы башлап сәхнәгә сығыусы булһынмы, халыҡ артисымы барыһы ла мохтаждарға ярҙамға ашыҡты.
Коронавирус артистарҙы ла аяманы. Быйыл сәхнә оҫталары сафы күпкә һирәгәйҙе. Тармаҡ ведомствоһының коллегия ултырышында арабыҙҙан киткән билдәле йырсылар, актерҙар, рәссамдарҙы иҫкә алдылар.
Халыҡ-ара фестивалдәр, күләмле конкурстар, тамашалар кисектерелеп тороуға ҡарамаҫтан, сәнғәт эшмәкәрҙәре етди эшмәкәрлек алып барҙы. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, күләмле сараларҙың булмауы йыйылып килгән проблемаларҙы хәл итеү, мәҙәниәт усаҡтарының матди-техник базаһын нығытыу мөмкинлеге бирҙе.
Киләһе йылға маҡсаттар тағы ла юғарыраҡ. Республика башлығының мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшин әйтеүенсә, күләмле мәҙәни сараларҙан тыйылып тороу эстраданы яңы кимәлгә сығарыуға этәргес. Халыҡ та, артистар үҙҙәре лә ижадҡа һыуһаған. Шуға күрә эстраданы ҙур үҙгәрештәр көтә. Башҡорт башҡарыусыларын тотош донъя беләсәк, тип вәғәҙәләй. Был проектты ул Яңы моң тип атаған. Эстрада йондоҙо әйтеүенсә, әле унда ете ил вәкилдәре ҡатнашырға теләк белдергән. «Йырсылар булыр, тик залдарҙың ғына тулы булырына ышанғы килә.
Айнур Кәбиров





