85 йәшендә Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле журналист Сәләх Суҡбаев арабыҙҙан китте.
Сәләх Хөсәйен улы 1935 йылда тыуған. 1960 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1962 йылдан 1986 йылға тиклем Башҡортостан телевидениеһында, 1986 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы Башҡортостан радиоһында, «Юлдаш» радиоканалында эшләй. Башҡортостан радиоһында ижтимағи -сәйәси тапшырыуҙар редакцияһының баш мөхәррире була.
Киң йәмәғәтселекә Сәләх Суҡбаев оҙаҡ йылдар эфирҙа барған популяр «Иман. Исламдың әхләҡи ҡиммәттәре» радиопрограмаһы аша ла билдәле. Сәләх Суҡбаев Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһы лауреаты, бер нисә быуын журналистарының остазы. Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә сәғәт 12-лә Өфөнөң Йәлил Кейекбаев урамы, 21-се йорт адресы буйынса үтә. Сәләх Суҡбаев тыуған ере – Өфө районының Нөрлө ауылында ерләнәсәк.





