Спорт байрамы шулай уҡ, районда барған «Ерҙән Марсҡа тиклем» тип исемләнгән марафондың бер өлөшө булып тора.
Яҡшы һауа торошо, күтәренке кәйеф һәм уйын ҡомары – спорт һөйөүселәр ҙур теләк менән бер майҙанға йыйылды. Ғаилә эстафетаһында балалар, ата-әсәләр бер-береһен дәртләндереп, финишҡа артылды. Рәимовтар ғаиләһе ярышта тәүгә генә ҡатнашмай. Бындай саралар беҙҙе тағы ла берләштереп, ҙур еңеүҙәргә өндәй, тип белдерә ғаилә башлығы.
Тигеҙ һуҡмаҡ, урыны менән ҡалҡыулыҡтар. Саңғыла уҙышыусылар ошондай шарттарҙа физик көстәрен, етеҙлектәрен һынаны. Был көндө ике йөҙгә яҡын кеше төрлө арауыҡҡа уҙышып ҡына ҡалманы, ә ГТО нормаларын да тапшыра алды.
Саңғы ярышы «Ерҙән Марсҡа тиклем» акцияһын да тулыландырҙы. Уҙған йылда районда ошондай исемле Үҙенсәлекле сара старт алды. Уға ярашлы, йылайырҙар 55 миллион саҡрым арауыҡты атлап үтергә тейеш. Акцияла ҡатнашыу өсөн «Аҙым иҫәпләгес» ҡушымтаһын телефонға ҡуйырға һәм уның көндәлек һөҙөмтәләрен ойоштороусыларға ебәреп торорға кәрәк.
Йылайырҙар спорт һәм сәләмәт тормош яҡлы. Йәш быуын бала саҡтан физик яҡтан көслө, һау булып үҫһен өсөн урында тейешле шарттар булыуы мөһим. Шуға ла Яманһаҙ халҡы Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, балалар өсөн спорт майҙансығы төҙөргә ниәтләй.
Ярышта спорт менән ныҡлы шөғөлләнгәндәр өсөн яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү маҡсат ине. Ә ябай ауыл халҡы марафонға үҙ сәләмәтлектәрен ҡайғыртып, тәбиғәт ҡосағында ял итеү ниәте менән ҡушылды.
Әлфиә Хәмитова




