Башҡортостанға һыуыҡ арктик һауа массаһы килде

Шунлыҡтан айырым төбәктәрҙә һауа температураһы 35-36 градусҡа тиклем түбәнәйҙе

Башгидрометеоүҙәк мәғлүмәте буйынса, алдағы көндәрҙә лә  төндә 28, урыны менән 35, көндөҙ 25 градус һыуыҡтар көтөлә. Бындай һауа торошо аҙна самаһы дауам итер тип күҙаллана. Көндәрҙең һыуытыу иҫәпкә алып, уҡыусыларҙың, айырыуса башланғыс кластарҙа уҡыусыларының ата-әсәләренә иртән балаларҙы мәктәпкә оҙатҡанда һауа температураһына иғтибар итеү кәңәш ителә. Ҡағиҙә буйынса, дәрескә барыу-бармау өсөн нормативтар йыл һайын бер үк кимәлдә  ҡала.

Ауылда йәшәүсе башланғыс синыф уҡыусылары 23, ҡала балалары 25 градус һыуыҡта дәрес ҡалдыра ала. Һауа температураһы 25 градустан түбәнәйһә - ауылда, 27 градус һыуыҡта ҡалала 5-9 класс уҡыусылары ла дәрестән азат ителә. Ауыл мәктәптәренең өлкән класс уҡыусыларына - 30, ҡаланыҡыларға  32 градус һыуыҡ булғанда  мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин.

Баланың уҡырға барыу-бармауын, һауа шарттарына ҡарап, ата-әсә үҙе хәл итергә тейеш. Был нормативтар уҡытыусыларға ҡағылмай, улар, температура нисә градус булыуға ҡарамаҫтан, мәктәптә булырға тейеш. Шуға күрә кластан бер уҡыусы килһә лә, уҡытыусылар уның өсөн дәрес үткәрергә бурыслы.

-23 - ауылда йәшәүсе башланғыс класс уҡыусылары;

-25 - ҡалала йәшәүсе башланғыс класс уҡыусылары;

-25 - ауылда йәшәүсе 5-9 класс уҡыусылары;

 -27 - ҡалала йәшәүсе 5-9 класс уҡыусылары;

-30 - ауылда йәшәүсе 10-11 класс уҡыусылары;

-32-  ҡалала йәшәүсе 10-11 класс уҡыусылары.

Фото №1 - Башҡортостанға һыуыҡ арктик һауа массаһы килде

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ