Иглин районы: Ҡурҡаҡ хоккей уйнамай

Ауыл спорт уйындары сиктәрендә Башҡортостандың ике төбәгендә хоккей буйынса ярымфинал уйындары үтте. Уларҙың тәүгеһе Николо-Березовка ауылында үтте. Боҙ хужалары – Краснокама һәм Архангел райондары араһындағы уйында ҡунаҡтар көслөрәк булды.

Икенсе ярымфиналды Иглин районы Аҡбирҙе ауылы ҡабул итте. Бында инде хужалар республиканың һуңғы йылдарҙағы иң көслө командаларының береһе – Әлшәйҙәр менән осрашты. Иҫәпте хужалар асһа ла, дәғүәселәр шунда уҡ яуап шайбаһы индерҙе. Тәнәфестән һуң иглиндәр ике тапҡыр уңышҡа өлгәште, ҡунаҡтар бер гол менән генә яуап ҡайтарҙы.

Өсөнсө осорҙа хужалар тағы ла бер тапҡыр шайба индереп 4-2 иҫәбе меән еңеү яуланы. Шулай итеп Иглин районы командаһы һуңғы 10 йыл эсендә тәүге тапҡыр финалға сыҡты. Хәҙер улар март башында Саҡмағошта уҙасаҡ хәл иткес уйында  Архангеглдәр менән көс һынашасаҡ.

Фото №1 - Иглин районы: Ҡурҡаҡ хоккей уйнамай

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ